Бөгөн Ҡалтасы районының Калегин ауылында сыҡҡан янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған.
Ауылдағы Совет урамындағы ағас йортта янғын сығыуы тураһындағы хәбәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостостан буйынса Баш идаралығының кризислы хәлдәргә идара итеү үҙәгенә килгән. Бәлә-ҡаза урынына тиҙ генә янғын һүндереүселәр, ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре вәкилдәре килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут ялмап алған йортта 1943 һәм 1946 йылғы ир менән ҡатындың үле кәүҙәһе табылған.
Фажиғә сәбәптәрен тикшереү-эҙләү төркөмдәре хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы тәүтикшереүселәре асыҡлай. “Ҡыҙыл әтәс”те “ауыҙлыҡлау” өсөн өс берәмек техника һәм ете янғын һүндереүсе йәлеп ителгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан бер нәмә лә ҡалмай. Ул хатта кеше ғүмерҙәрен аямай. Фажиғәле осраҡтарҙы булдырмау, матди зыянға тарымау өсөн иҫкәртеү сараларын алдан күреү зарур. Электр сымдарының файҙаланыу талаптарына яуап биреүе, ҡышҡы осорҙа йылытыу ҡоролмаларының төҙөклөгө, балаларҙың шырпы менән уйнамауы мөһим. Иғтибарлы, һаҡ булайыҡ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостостан буйынса Баш идаралығы.