Хәүефһеҙлек
22 Февраля 2020, 19:05

Йәмһеҙләнде был матур көн...

Белорет районының Сермән ауылы янында өс машина бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар бар...

Бөгөнгө матур байрам алды көнө лә ҡурҡыныс авария менән йәмһеҙләнде. Белорет районының Сермән ауылы янында булған юл-транспорт ваҡиғаһы йәш ҡатындың ғүмерен өҙҙө.
Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Дэу Нексия” менән уға ҡаршы килгән “Форд Фокус” бәрелешә. Һөҙөмтәлә “Нексия” “осоп” китә һәм юлдан үтеп барған “Шкода Октавия”ға барып төкөй.
Авария урынында алған йәрәхәттәрҙән “Дэу Нексия”ның водителе – 33 йәшлек ҡатын һәләк була. “Форд” автомобилендәге ике ҡатын дауаханаға оҙатылған. Барлығы дүрт кешенең йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр ителә. Йәрәхәтләнгәндәр араһында балалар юҡ. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар йәрәхәтләнгән кешеләрҙе машиналарынан саҡ һөйрәп сығарған, улар ныҡ ҡыҫылған булған. Уларҙың хәле тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Урында полиция һәм табиптар эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының шарттары асыҡлана.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, трассаның был урынында мобиль бәйләнеш юҡ. Шулай ҙа кеше бәләһенә битараф ҡалмаған юлсылар тиҙ арала туҡтап, йәрәхәтләнгәндәргә ярҙам итергә тырыша, табиптар саҡырта. Әйткәндәй, "Нексия" автомобилендә тағы бер кеше ултырған булырға тейеш, тигән хәбәр бар. Тик ул авария урынында табылмаған. Әллә саҡ ҡына алдараҡ төшөп ҡалған, әллә авариянан һуң киткән. Шаһиттар уны ҡарҙағы эҙҙәре буйынса ла эҙләп ҡараған. Тағы шуныһы билдәле: һәләк булған ҡатынға фажиғәнән бер нисә сәғәт алда ғына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф һалған булғандар.
Күренеүенсә, тәбиғәт ҡотороуын бер аҙға туҡтатты. Бурандар тымды, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлемесле авариялар ҡабатланып тора. Күп нәмәнең үҙебеҙҙән торғанын онотмаһаҡ ине. Тейешле тиҙлекте арттырмай, хәүефһеҙ дистанция һаҡлап йөрөйөк.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас