Байрам алдынан Белорет районында ҡурҡыныс авария булды тип яҙғайныҡ инде. Сермән ауылы янында бер юлы өс машина бәрелеште: “Дэу Нексия”, “Форд Фокус” һәм “Шкода Рапид”. Бәрелеш ныҡ ҡурҡыныс була, автомобилдәрҙән ни бары емерек өйөмдәр генә ҡала. Айырыуса “Нексия”ға ҡарарлыҡ та түгел, ул тулыһынса емерелгән. Был аңлашыла ла, ул тәүҙә “Форд” менән бәрелә, аҙаҡ осоп барып “Шкода”ға төкөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рулдәге 33 йәшлек водитель ҡатын урында һәләк була. “Форд”тағы өс кеше һәм “Шкода”ның водителе әле дауаханала.
Һәләк булған ҡатындың кем булыуы асыҡланды - Белорет районының Оло Йылға ауылы кешеһе Лилиә Б. булып сыҡты. Ул урындағы ветеринария станцияһында санитарка булып эшләгән.
Авария урынынан фотоларҙы күргән кешеләр Лилиәне бик ҙур тиҙлектә килгәндер тигән фаразлай, тик уны белгән кешеләр быны инҡар итә.
- Мин уны әллә ҡасандан беләм, ул бер ҡасан да ҡыумай ине. Беҙ - ауылдаштар. Моғайын, ул кәрәкмәгән ваҡытта кәрәкмәгән урынға барып сыҡҡандыр, - тип яҙа интернетта Азиз А.
Тағы шуныһы, йәш ҡатындың өс бәлиғ булмаған балаһы - ике ҡыҙы һәм улы етем ҡалған.
- Һаман ышанып булмай. Өс бала әсәйһеҙ ҡалды, бик йәл. Шок хәлендәбеҙ. Ул бик яҡшы, изге күңелле кеше ине, - тип яҙа социаль селтәрҙә уның Дилара М. тигән танышы.
Ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгән йәш ҡатын да, уның етем ҡалған өс балаһы ла бик йәл. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй шул. Һаҡ булайыҡ!