Һауа торошоноң насар булыуы юлдарҙағы хәлде киҫкенләштерҙе, тип яҙғайныҡ инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ хәбәрҙәр көн дә килеп тора.
Мәҫәлән, кисә кис Свердловск өлкәһендәге трассала ун дүртенсе модель “ВАЗ” автомобиле тайғаҡ юлда ҡаршы полосаға сыҡҡан һәм фура аҫтына барып кергән. Унан һуң машинаны юл ситенә алып бәргән. Авария һөҙөмтәһендә өс кеше зыян күргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы 16 йәшлек студент һәләк булған. Мәғлүм булыуынса, ул Екатеринбургка байрам көндәренән һуң уҡырға китеп барған.
Был хаҡта E1.RU порталына һылтанып, “Өфө1” сайты хәбәр итә. Егеттең туғандары әйтеүенсә, ул юлдаш автомобилде социаль селтәрҙә тапҡан, ваҡытын һәм хаҡын килешкәндән һуң, ауылынан ултырып киткән. Уҡыған еренә барып етмәгәс һәм телефонын алмағас, туғандары борсола башлаған. Бер аҙҙан Михайловский тигән тораҡ пункттың дауаханаһынан шылтыратып, аяныслы хәбәрҙе еткергәндәр.
Осраҡлы юлсыларға ғүмереңде ышанып тапшырыу бына ошондай фажиғәләргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә юлда йөрөгәндә пассажирҙарҙы ташыусы ышаныслы, һыналған, транспорт сараһының төҙөклөгө тикшерелгән ойошмаларға өҫтөнлөк бирһәгеҙ ине.