Хәүефһеҙлек
25 Февраля 2020, 09:00

"Ысын табип шундай була"!

Был фельдшерҙы яҡын арала табасаҡтар һәм ведомство наградаһы менән бүләкләйәсәктәр.

Был аҙнала Башҡортостанда 74 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 94 кеше яраланған (былтырғы менән сағыштырғанда 19 кешегә кәмерәк), алты кеше һәләк булған (ике кешегә күберәк). Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
Барыбыҙ ҙа күреп торҙо: уҙған аҙна һауа торошо йәһәтенән бик ауыр булды. Йә йылыта, йә һыуыта, йә буран сыға, йә ҡар яуа. Һөҙөмтәлә юлдарҙа боҙлауыҡтар барлыҡҡа килде, буран арҡаһында трассаларҙа бер нимә лә күренмәй ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисәге М5 трассаһындағы хәлгә иғтибар итте. Трассаның Өфө янындағы өлөшөндә 25 километр арауыҡта ундан ашыу авария теркәлеп, бер юлы утыҙ машина бәрәлеште. Бәхетле осраҡлыҡ менән генә унда һәләк булғандар юҡ ине.
- Мин быны ғәҙәттән тыш хәл тип атайым. Көн дә булып тормай бит, 30 машина бәрелешһен әле. Ярар әле һәләк булғандар юҡ, ә үлһәләр нимә булыр ине? – тине Радий Хәбиров.
Тик был осраҡта төбәк етәксеһе шуға иғтибар иткән: кисен күрһәткән репортажда ул кешеләргә ярҙам иткән “ашығыс ярҙам” фельдшерын баһалаған. Ул ҡатын машинаһынан йүгереп сыҡҡан һәм һәр автомобиль янына барып, тәҙрәләренә туҡылдатҡан, кемгә медицина ярҙамы кәрәк тип һораған.
– Бына ул исмаһам минеңсә ысын табип! Ҡарға батып машинанан машинаға йөрөнө, ярҙам тәҡдим итте. Беҙҙә ошондай табиптар булырға тейеш. Кешелек һәм һөнәри сифаттары өсөн дәртләндерергә кәрәк уны, – тине ул Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға.
Был фельдшерҙы яҡын арала табасаҡтар һәм ведомство наградаһы менән бүләкләйәсәктәр. Ысын табип үҙен ошондай шарттарҙа күрһәтә шул. Күберәк булһын ине шундайҙар!
Фото: newbur.ru
Читайте нас