Хәүефһеҙлек
26 Февраля 2020, 16:20

Ҡара риэлторҙар алты фатирҙы урлаған

Мут ҡатындар әллә күпме кешене торлаҡтан яҙҙырған.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы тарафынан РФ Енәйәт кодексының “Ойошторолған тѳркѳм тарафынан айырыуса ҙур күләмдәге мутлыҡ“ статьяһында ҡаралған енәйәт билдәһе буйынса дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2018-2019 йылдарҙа Ѳфѳ ҡалаһы биләмәһендә 33 йәштән алып 59 йәшкә тиклемге дүрт ҡатындан торған енәйәт тѳркѳмѳ тәртипһеҙ тормош рәүешен алып барған, тѳрмәлә оҙаҡ ултырған, вариҫтары булмаған кешеләрҙең фатирҙарын табып, һуңынан уларҙың паспорттарын, башҡа хоҡуҡты билдәләгән ялған документтарҙы эшләгәндәр. Аҙаҡ ошо ҡағыҙҙарға таянып, торлаҡты үҙҙәренә теркәгәндәр, һуңынан башҡаларға һатҡандар. Шулай итеп, яуыз уйлы риэлтор ҡатындар бѳтәһе 16,5 миллион һумлыҡ алты фатирҙы урлаған.

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафанан уҙғарылған оператив-эҙләү операцияһы барышында ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған.

Әлеге ваҡытта ғәйепләү билдәләнгән, суд ҡатындарҙың ѳсәүһенә ѳйҙән сығыуҙы тыйған, берәүһен һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған. Әле тикшереү эше дауам итә.

Фото: “Комсомольская правда” гәзите сайтынан.

Читайте нас