Хәүефһеҙлек
26 Февраль 2020, 12:30

Ҡатыны мәйете янында – өс көн...

Аҙаҡ ир үҙе лә ятып үлгән. Күршеләр алама еҫ һиҙгәс...

Был ҡурҡыныс хәл баш ҡалала булған. Әүҙем генә тормош алып барған пенсионерҙар ҡапыл юҡҡа сыға. Күршеләре шуға иғтибар итә: уларҙың фатирынан бер нисә көн бер кем дә сыҡмай ҙа, инмәй ҙә. Ә тағы бер аҙ ваҡыт үткәс алама еҫ килә башлай.
Был ваҡиға уҙған ялдарҙа, байрам осоронда була. Фатирға килеп ингәс, ҡот осҡос күренешкә тап булалар. Карауатта үле ҡатын һәм уның янында шулай уҡ һәләк булған ире ятҡан. Был турала “UfacityNews.ru” баҫмаһы хәбәр итә.
Аҙағыраҡ асыҡланыуынса, ҡатын – биш, ә ире ике көн элек үлгән булып сыға. Тимәк, 64 йәшлек ир өс тәүлек буйына ҡатыны мәйете менән үткәргән. Тағы шуныһы, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре фатирҙа ҙур сумма аҡса булыуын асыҡлай. Яҡынса ике мең евро аҡса табыла. Тик уларҙың тәғәйенләнеше әлегә билдәле түгел.
Ни эшләп ир үлгән ҡатыны янында өс тәүлек буйы ултырған? Ирле-ҡатынлылар нимәнән һәләк булған? Әлегә был һорауҙарҙың береһенә лә яуап юҡ. Уны тәфтишселәр асыҡларға тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас