Хәүефһеҙлек
26 Февраля 2020, 16:30

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә килтерә

Тәтешле районы эшҡыуары эш барышында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡты йәшерергә маташҡан.

Тәтешле районы эшҡыуары эш барышында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡты йәшерергә маташҡан.
Тикшереүҙәр асыҡлауынса, урманда ағас ҡырҡҡан ваҡытта, 45 йәшлек ирҙе ағас баҫҡан. Хеҙмәттәштәре зыян күреүсене ҡулдан эшләнгән носилкаға һалып, Яңауыл урмансылығы биләмәһенән алып сығып, район дауаханаһына оҙата. Һуңынан Нефтекама медицина учреждениеһына алып киләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табибтар ярҙам итә алмай, 10 көн үткәс ир ауыр йәрәхәттәрҙән дауаханала йән бирә.
БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятиела хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәү бәхетһеҙ осраҡҡа килтергән. Эш технологик картаһыҙ башҡарылған, хеҙмәткәрҙәр һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән, хәүефһеҙ хеҙмәткә өйрәтелмәгән, медицина тикшереүе үтмәгән булған. Шулай уҡ эшҡыуар менән хеҙмәткәр араһында хеҙмәт килешеүе лә төҙөлмәгән.
Хеҙмәтте һаҡлау талаптарын үтәмәгән өсөн эш биреүсегә штраф һалынасаҡ. Ведомство, БР Прокуратураһына эшҡыуар менән һәләк булыусы араһында хеҙмәт килешеүен тергеҙеүҙе юллап, судҡа мөрәжәғәт иткән. Был ваҡиғаны эш барышында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ тип танырға хоҡуҡ бирәсәк.
Фото: golos.ua
Читайте нас