Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе кешенең шәшлек ашағыһы килеп китә. Билдәле, әлеге ваҡытта күпләп яуған ҡар, насар көн торошо тәбиғәт ҡосағына сығырға йәки баҡсаға барырға форсат бирмәй. Оҙаҡ уйлап тормай ир, балконға мангал ҡуйып, ут тоҡандыра. Төтөндө күреп ҡоттары осҡан күрше-күлән, янғын сыҡҡан тип, ҡотҡарыусыларға шылтырата.
“Щербаков урамында урынлашҡан күп фатирлы йорттағы балкондан төтөн сығыуы тураһында шылтыратыу ҡабул ителә. Тикшереү балконда урынлаштырылған мангалда күмер яныуын асыҡлай.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре фатир балкондарында асыҡ ут яғырға ҡәтғи тыя, сөнки был кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Тәртип боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”, - тип хәбәр итәләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.