

Мәғлүм булыуынса, Кѳньяҡ Уралды кѳслѳ ҡар, буран солғап алған. Кѳнѳ буйына туҡтамай яуған ҡарҙы юлсылар таҙартып та ѳлгѳрмәй.
Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Андрей Иванюта белдереүенсә, әле йѳк машиналары ѳсѳн юл ябылған.
- Беҙҙең районға кѳслѳ ҡар тағы ла килде. Юл насар күренә, буран. Урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғыр яуа. 26 февралдә киске сәғәт 6-нан тѳн уртаһына тиклем Белорет-Инйәр-Ѳфѳ, шулай уҡ Белорет-Абҙаҡ юлы ҙур йѳк автомобилдәре һәм автобустар ѳсѳн ябылды. Кемдер кис йәки тѳндә еңел автомобилдә юлға сығырға йыйынһа, мөмкин икән, сәйәхәтегеҙҙе кисектереп тороуығыҙ хәйерле, ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, - тип мѳрәжәғәт итә Адрей Иванюта.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.