Хәүефһеҙлек
27 Февраля 2020, 07:00

Инспекторҙың өс балаһы етем ҡалған

Әбйәлил районында янып бөткән машина эсенән ир кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Асыҡланыуынса, ул полиция хеҙмәткәре булып сыҡҡан.

Әбйәлил районында янып бөткән машина эсенән ир кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Асыҡланыуынса, ул полиция хеҙмәткәре булып сыҡҡан.
Был хәл ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында булған. “Лада Приора” автомобиле юл ситендә торған. Машина эсендә уның хужаһы, 35 йәшлек ЮХХДИ инспекторы ултырған.
“КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, урынға янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта, бик һуң була. Машина янып бөтә, кеше үлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ут сығыуҙың сәбәбе – автомобиль двигателенең ҡыҙыуы. Әле кәүҙәне суд медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
Ирҙең ағаһы белдереүенсә, уның ҡатыны һәм өс бәләкәй балаһы ҡалған. Уның һүҙҙәре буйынса ул көслө, ҡыйыу һәм аҡыллы егет булған. “Бер ҡасан да кешене бәләлә ташламаҫ һәм ышанып булырлыҡ дуҫ ине”, – тигән ул.
“Ул хеҙмәткәр ялда ине. Әлеге факт буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге тикшереү билдәләне. Хәлдең шарттары асыҡлана”, – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Читайте нас