Барлыҡ Рәсәй халҡы Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдинов менән бәйле фажиғәнең һөҙөмтәләрен күҙәтә. Егеткә ниндәй яза булыр? Ике һәм унан күберәк кешенең ғүмерен ҡыйған өсөн уға ғүмерлек төрмә янай. Ә инде экспертиза һөҙөмтәһе уның был аҙымға аффект хәлендә барғанлығын раҫлаһа, хөкөм ҡарары йомшағыраҡ буласаҡ, уны биш йылға тиклем төрмәгә ябасаҡтар, тип фараз ителә. Әйткәндәй, күптән түгел экспертиза тамамланды. Уның һөҙөмтәһе мартта билдәле булыр, тип көтөлә.
Рәмил Шәмсетдинов был фажиғәлә ҡаза күреүсе булараҡ та танылған. Ошо көндәрҙә ике тапҡыр Чита гарнизонының хәрби суд ултырышы булды. Бөгөн иһә ҡаршы яҡтарҙың фекер алышыуы үтергә тейеш ине. Әммә ул ҡапыл бүтән ваҡытҡа тәғәйенләнгән. Һалдаттың адвокаты Руслан Нәғиев быны:
- Шәмсетдиновты мыҫҡыллауҙа ғәйепләнеүсе Рөстәм Мөхәтовтың адвокаты ауырыу сәбәпле, ултырыш өсөнсө мартҡа күсерелде, - тип аңлата.