Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ун туғыҙынсы пленар ултырышында ҡатнашты.
2019 йылда республикалағы тәфтиш эшенең торошо һәм енәйәт ҡылыуға килтергән шарттарҙы, сәбәптәрҙе бөтөрөү саралары тураһындағы мәғлүмәттәр көн тәртибендәге төп мәсьәләне тәшкил итте. Уның буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы Тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев сығыш яһаны.
Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов иһә республикала кеше һәм граждан хоҡуҡтарының, азатлыҡтарының үтәлеше хаҡында һөйләне.