Авариялар ғүмерҙәрҙе өҙә, күпме кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерә. Шуныһы менән улар бигерәк ҡурҡыныс һәм аяныслы. Бер кем дә юлға үлеп ҡуйырмын, ауыр йәрәхәт алырмын тип сыҡмай ҙа бит. Тик яҙмышмы, осраҡлыҡмы үҙенекен итә шул.
Ошо көндәрҙә Коми Республикаһында булған юл-транспорт фажиғәһе тотош бер ғаиләнең ғүмерен өҙҙө, тип хәбәр иткәйнек. Усинск ҡалаһы янында “КамАЗ” бензовозы менән “Лифан” автомобилдәре бәрелешеп, еңел машиналағы 46 һәм 47 йәшлек ирле-ҡатынлы, уларҙың 19 йәшлек ҡыҙы менән 15 йәшлек улдары фажиғә урынында йән бирҙе. Ғаиләлә 25 йәшлек өлкән улдары ғына тороп ҡалды, ул көндө егет автомобилдә булмаған.
Яҡташтарыбыҙ Усинск ҡалаһына йәшәргә күсеп киткән булған. Улар Башҡортостанға килеп ял иткән һәм кире Усинск ҡалаһына ҡайтып барған саҡта аварияға осраған. Уларға өйҙәренә етеү өсөн ни бары биш километр самаһы ер ҡалған. Һәм бына бөгөн асыҡланыуынса, 19 йәшлек ҡыҙ ошо көндәрҙә генә кейәүгә сыҡҡан булған.
“Улар ялға тип Башҡортостанға киткәйне. Яңы кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙары әйберҙәрен алыу өсөн ҡайтҡайны. Уның йәш кенә ире тол булып ҡалды. Әле ул Усинск ҡалаһына килә ята”, – тигән ғаиләнең таныштары.
Өлкән улдары ла кисә был ҡалаға килгән. Ул хәҙер бер яңғыҙы тороп ҡалды. “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ғаиләнең туғандары һәм битараф булмаған кешеләр кәүҙәләрҙе Башҡортостанға алып ҡайтып ерләү өсөн бер тәүлек эсендә 500 мең һум самаһы аҡса йыйған. Уларҙы самолет менән алып ҡайтып ошо көндәрҙә ерләйәсәктәр.
Ғаиләнең яҡындарына сабырлыҡ теләбеҙ, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ!