Хәүефһеҙлек
29 Февраля 2020, 15:00

Артем Мазовтың бармаҡ эҙе табылған

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, балалар уға ҡулы менән дә, бите менән дә ҡағылмаған. Артемдың эҙҙәре лә бер урында ғына...

Бына һиңә яңылыҡ. Баҡһаң, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Артем Мазовтың бармаҡ эҙҙәрен тапҡан. Ҡайҙан тиһегеҙме? Уларҙыҡы тип йылға ярынан табылған резина матрастан. Ирҙең бармаҡ эҙҙәре матрасҡа тын тултыра торған клапан янында булған.
Алдан хәбәр иткәйнек инде. Артем менән уның ике бәләкәй улы юғалғас, “Речные зори” шифаханаһы янында уларҙың автомобиле табыла, аҙаҡ йылға буйынан ошо матрас килеп сыға. Әйткәндәй, йылға ярында уларҙың эҙҙәре булмай.
- Матрасты тулыһынса тикшергәндәр. Һөҙөмтә буйынса балалар уға ҡулы менән дә, бите менән дә ҡағылмаған. Артемдың эҙҙәре лә бер урында ғына булған. Был яҡшыға өмөт бирә. Бәлки, Артем матрасты юрамал йылғаға ташлағандыр, бының менән ул үҙе һәм балалар батҡан тип ышандырмаҡсы булғандыр. Балалар уның өҫтөндә ятһа йә ултырһа, бармаҡ йәки биттәре эҙҙәре ҡалырға тейеш ине, - тигән тәфтишкә яҡын булған сығанаҡ.
Хоҡуҡ һаҡлау хкҙмәткәрҙәре был осраҡ буйынса бер нисә фаразды тикшерә.
- Артем машинаһын матрас ташланған урындан йыраҡ түгел ерҙә ҡалдырған. Нисек ҡасҡан һуң ул балалар менән? Бында фараздар күп: башҡа машинала киткән, яҡындағы йорттарҙа йәшенеп ятҡан һәм аҙаҡ ҡасҡан. Варианттарҙың барыһын да ныҡлап тикшерҙеләр, - тип дауам итә ул.
Әле Мазовтарҙың юҡ булыуына бишенсе ай китте. Уларҙың бер ҡайҙа ла эҙе юҡ. Тереме-юҡмы икәндәре тураһында ла бер кем дә аныҡ әйтә алмай. Бары тик өмөтләнеп көтөргә генә ҡала...
Читайте нас