Хәүефһеҙлек
29 Февраля 2020, 14:30

Үлем язаһы кәрәк...

165 баланы мыҫҡыл иткән кешеләр йәшәргә хаҡлымы?

Ун йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән, бер уҡыусыға йоғонған... Тормошҡа шатланып йәшәгән балаларҙы мыҫҡыл иткән әҙәмдәр хаҡында ишетеп, сәстәр үрә. Үкенескә ҡаршы, бындай ҡырағай күренештәр кәмемәй. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев билдәләүенсә, былтыр бәлиғ булмаған балаларға ҡарата ҡылынған енси енәйәттәр буйынса 323 енәйәт эшенә нөктә ҡуйылған ( шуларҙың 18-е – үлтереү, 165-е көсләү осрағы).
Был хәлгә ҡарата БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова үҙенең “Фейсбук” битендә, "педофилдарға ҡаршы үлем язаһы ҡабул итеү кәрәк", тип белдерә. “Былтыр бәлиғ булмағандарҙы мәсхәрәләү буйынса 165 енәйәт осрағы теркәлгән. Бындай енәйәтселәргә үлем язаһы индереү көн ҡаҙағындағы мәсьәлә булырға тейеш”, - тип яҙған ул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: sm-news.ru
Читайте нас