Хәүефһеҙлек
29 Февраля 2020, 17:30

Мөртәт тағы иректә...

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Орджоникидзе район суды 47 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарған. Ул бер ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнә, әммә енәйәттең ваҡыты үтеү сәбәпле...

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Орджоникидзе район суды 47 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарған. Ул бер ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнә.
Был хәл ярайһы уҡ күптән – 2004 йылдың көҙөндә булған. Суд материалдарына ярашлы, ир менән йәш ҡатын киоск янында һүҙгә килешкән. Низағ барышында ир ҡаршыһындағы гүзәл заттың башына һәм эсенә бер нисә тапҡыр ныҡ итеп һуҡҡан, ә шунан иҫен юғалтҡанын күргәс, кәүҙәһен сүп-сар бактары араһына алып барып ташлаған. Енәйәтсе үҙе әйтеүенсә, ул, йәнәһе, ҡатынды үлтерергә теләмәгән, мәгәр үҙе енәйәт урынынан ҡасып киткәне, уны 15 йыл таба алмағандары мәғлүм.
Суд мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙ башындағы яранан йән биргән. Уның ғүмерен ҡыйған мөртәтте ете йылға хөкөм иткәндәр, әммә енәйәттең ваҡыты үтеү сәбәпле, уны суд залында уҡ иреккә сығарғандар. Был хаҡта “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.
Фото: sputniknews.kz
Читайте нас