Хәүефһеҙлек
2 Марта 2020, 12:30

Камера булған ерҙә фажиғәләр юҡ тиерлек

Фажиғәләр күпләп теркәлгән урындарҙа юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотоға һәм видеоға теркәгән 600 комплекс ҡуйыу ҡарала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә “Башҡортостан Республикаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” төбәк проекты буйынса әүҙем эш алып барыла.
Мәғлүм булыуынса, республикала быйыл авгусҡа тиклем фажиғәләр күпләп теркәлгән урындарҙа юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотоға һәм видеоға теркәгән 600 комплекс ҡуйыу, шулай уҡ әүәлге туғыҙ муляжды алмаштырыу ҡарала. Һөҙөмтәлә республика юлдарында бындай комплекстарҙың дөйөм һаны 60 процентҡа артып, бер мең берәмек тәшкил итәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостандың транспорт инспекцияһы менән “Башинформсвязь” йәмғиәте араһындағы 1,76 миллиард һумлыҡ хеҙмәтләндереү килешеүе былтыр төҙөлгән. Ул алты йылға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә “Башинформсвязь” системаларҙы хеҙмәтләндерәсәк, артабан уларҙы республика ҡарамағына тапшырасаҡ.
Фотовидеотеркәү комплекстары иң элек тиҙлек тәртибенә контроллек итеү, автомобилдәрҙе тротуарға ҡуйыу, юл ситенә, йәмәғәт транспорты өсөн тәғәйенләнгән һыҙатҡа сығыу осраҡтарын асыҡлау өсөн файҙаланыла. Улар республика юлдарында фажиғәләрҙе кәметеүгә, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
Тиҙлек тәртибен боҙоу – һәләкәттәрҙең төп сәбәбе. ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, камералар ҡуйылған участкаларҙа авариялар юҡ тиерлек.
Фото: yandex.ru
Читайте нас