Хәүефһеҙлек
3 Марта 2020, 17:00

Һигеҙенсе класс уҡыусыһы хәмер менән ағыуланған

Ҡыҙ дуҫтары менән Киров урамында урынлашҡан фатирҙарҙың береһендә кәйеф-сафа ҡорған...

Баш ҡалала һигеҙенсе класс уҡыусыһы алкоголле эсемлектәр менән ағыуланып, табиптар ҡулына эәлккән.
Был хаҡта “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.
Мәғлүм булыуынса, хәл үткән аҙнала булған. Ҡыҙ дуҫтары менән Киров урамында урынлашҡан фатирҙарҙың береһендә кәйеф-сафа ҡорған. Тик ҡайһылыр мәлдә “күңелле кисә” бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролған: үҫмер үҙен бик хөрт тойғас, “ашығыс ярҙам” саҡырырға тура килгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы кисекмәҫтән ҡала дауаханаларының береһенә оҙатҡан.
Был хәл башҡаларға ла һабаҡ булһын ине. Ата-әсәләр балаларының тормошо менән даими ҡыҙыҡһынып, хәл-әхүәлен белеп торһа, бәлки, бындай йәмһеҙ ваҡиға булмаҫ та ине. Ярай әле, иҫән-һау ҡалған...
Фото: imgclf.112.ua
Читайте нас