Хәүефһеҙлек
3 Марта 2020, 19:50

Ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән

Ярай әле үтеп барған йәйәүле йылылҡ селтәрҙәре ҡоҙоғонан сыҡҡан ыңғырашыуҙы ишетеп ҡалып, тиҙ генә ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан...

Белорет ҡалаһында 51 йәшлек ир ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән. Бәхетһеҙ осраҡ Горький урамында булған. Ярай әле үтеп барған йәйәүле йылылыҡ селтәрҙәре ҡоҙоғонан сыҡҡан ыңғырашыуҙы ишетеп ҡалып, тиҙ генә ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Юғиһә, йәрәхәтләнгән ир һыуыҡта оҙаҡ ятһа, хәл фажиғә менән тамамланыр ине.
Ҡотҡарыусылар бәләгә тарыусыны альпинистар ҡорамалдары ярҙамында сығарып, табибтар ҡулына тапшырғандар.
Ҡоҙоҡтоң ни эшләп асыҡ булыуы, бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәре асыҡлана.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, асыҡ йәки емерек люктарҙы, ҡоҙоҡтарҙы күреп ҡалған осраҡта, уларға яҡын бармаҫҡа, тиҙ генә ҡаланың дежур хеҙмәтенә хәбәр итергә кәңәш итә.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Читайте нас