Хәүефһеҙлек
5 Марта 2020, 20:00

600 һум аҡса өсөн әбейҙең ғүмерен ҡыя яҙған

Полицейскийҙар ҡатынға һөжүм иткән 31 йәшлек ҡәбәхәтте эҙләй.

Ниндәй ҡурҡыныс заман китте һуң ул? Кеше үҙенең ишек алдында ла тыныс йөрөй алмай хәҙер, бигерәк тә үҙ-үҙен яҡлай алмағандар.

"Комсомольская правда" хәбәр итеүенсә, был аяныслы хәл Кушнаренко районындағы ауылдарҙың береһендә булған.
31 йәшлек ир 86 йәшлек пенсионерға шәхси йортоноң ихатаһында һөжүм иткән. Әзмәүерҙәй ир йораты яҡлаусыһыҙ оло ҡатындың елкәһенән тотоп, башына һуҡҡылай башлаған һәм ергә ырғытҡан. Был йыртҡыслыҡ 600 һум өсөн башҡарылған, сөнки аҙаҡ ул әҙәм аҡтығы өйҙән шунса аҡсаны урлаған. Оло йәштәге ҡатын етди йәрәхәттәр алған, уның мейеһе һелкенгән, сираҡ һөйәге һынған, тиелә баҫмала.

Хәҙер полицейскийҙар ҡатынға һөжүм иткән 31 йәшлек ҡәбәхәтте эҙләй.
фото:ok.ru
Читайте нас