Баҡалы районынан бәлиғ булмаған биш бала атаһы, 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов Нефтеюганск ҡалаһында вахта ысулы менән эшләгән була. Күптән түгел ул хеҙмәт урынында һигеҙ метрлыҡ бейеклектән йығылып төшөп йәрәхәтләнә.
"Башинформ"да хәбәр ителеүенсә, вахтасы энергия ресурстары компанияһында юғарыла иретеп йәбештереү эштәрен башҡарған ваҡытта балка ауышып, яҡташыбыҙҙы баҫа. Хеҙмәттәштәре “Ашығыс ярҙам” саҡырта, әммә уны көтмәй, ҡулдары, аяҡтары һынған, шок хәлендәге Рәмилде автомобилдә Нефтеюганскиға алып китәләр.
Сәғәт ярымлыҡ юлда ир күп ҡан юғалта. Оҙатыусылар ҡаршы осраған “Ашығыс ярҙам”ды күрмәмешкә һалыша. Дауаханала, Рәмилде аяҡ-ҡулдары һынған килеш юл буйында табып алдыҡ, тип хәбәр итәләр. Күрәһең, етәкселек бәхетһеҙ осраҡтың хеҙмәт урынында теркәлгәнлеген йәшерергә маташҡандыр.
“Махсус комиссия тикшерә. Беҙ киленем менән Рәмил эргәһендәбеҙ. Балалар ҡоҙағый ҡарауында, туғандарыбыҙ ҙа ярҙам итә. Рәмил үҙе ашай алмай, ҡулдары, аяҡтары, тағы әллә күпме һөйәктәре һынған, мейеһе һелкенгән. Гангрена башланыу ҡурҡынысы янағас, ҡулын ҡырҡтылар. Башта эш фатирында йәшәнек, унан сығыуыбыҙҙы һорағастар, мәрхәмәтле кешеләр үҙҙәренә индерҙе. Беҙҙең хәлде ишетеп, күптәр ярҙам ҡулы һуҙырға теләк белдерҙе. Һәммәһенә лә рәхмәт. Табиптар ҙа барыһы ла яҡшы буласаҡ тип өмөтләндерә. Әммә әлегә өйгә ҡайтырға иртәрәк, ай ярым тирәһе беҙ бында яҡыныбыҙ эргәһендә буласаҡбыҙ”, - тип хәлдәрен бәйән иткән Рәмилдең әсәһе “Башинформ” агентлығына.
Алда яҡташыбыҙҙы оҙайлы реабилитациялау осоро һәм эш биреүсе менән судта осрашыу көтә.
Күп балалы ғаилә башлығының тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ.