Был күңелһеҙ хәл Иглин районында теркәлде. ВАЗ-2115 автомобиленә идара иткән водитель юл буйлап килгән ике йәйәүлене бер юлы бәрҙерә.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 32 йәшлек егет Балтика ауылына барышлай 39 һәм 28 йәшлек ирҙәрҙе тапатҡан. Һөҙөмтәлә ҡаты имгәнгән йәйәүлеләрҙе дауаханаға оҙаталар. Водителдең әйтеүенсә, ирҙәрҙең икеһе лә иҫерек булған. Полицейскийҙар ваҡиғаны ентекле тикшереү менән мәшғүл, тип хәбәр итә ЮХХДИ.
Үткән тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлде, 14 кеше имгәнде, 23 иҫерек водитель тотолдо. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл йөрөү ҡағиҙәһен боҙоуҙың 2400-ҙән ашыу осрағы асыҡланды.
Хөрмәтле водителдәр, барығыҙҙы ла юлдарҙа уяулыҡҡа, һиҙгерлеккә саҡырабыҙ. Һеҙҙең тәртибегеҙгә кеше ғүмерҙәре, сәләмәтлеге бәйләнгән, иҫән-имен йөрөргә яҙһын!