Туймазы ҡалаһында тыуып үҫкән 16 йәшлек үҫмерҙе Ҡаҙағстанда, Алма - Ата ҡалаһы мәктәптәренең береһендәге стадионда үле килеш тапҡандар. Уның этенең дә ғүмерен вәхшиҙәрсә ҡыйғандар. Был хаҡта "Уфа1" порталы хәбәр итә. Малай 6 мартҡа ҡараған төндә эте менән урамға йөрөргә сыҡҡан. Икеһе лә әйләнеп ҡайтмағас, яҡындары уларҙы эҙләй башлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ҡот осҡос хәбәр көткән: иртәнге сәғәт дүрт тирәһендә урындағы мәктәптең һаҡсыһы баланы стадионда аҫылынған килеш тапҡан. Тиҙҙән эттең мәйете лә табылған. Уның тәпәйҙәре һындырылған һәм башҡа яралары ла булған. Үҫмерҙең яҡындары был фажиғәнең нигеҙендә енәйәт ятҡанлығына инана, үҫмерҙе үлтергәндәр, тип бара. Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙҙы Башҡортостанға алып ҡайтып ерләү проблемаһы хәл ителә.