Уҙған аҙнала республика юлдарында 59 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 69 кеше йәрәхәтләнгән һәм ике кеше һәләк булған. Был ике осраҡта кешеләр машинанан тапалған.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, авариялар һәм уларҙа йәрәхәтләнгән, һәләк булған кешеләр һаны ла кәмегән. Был мәғлүмәттәрҙе Хөкүмәттә үткән опертив кәңәшмәлә еткерҙеләр.
– Был аҙнала һауа торошо ҡатмарлы була. Ҡар һәм ямғыр яуа, боҙло ямғырҙар булыуы ихтимал, шуға күрә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Коммуналь хеҙмәттәр көндәлек ҡарҙы таҙарта, боҙлауыҡ менән көрәш алып бара, – тине ул.
Тимер юлдарында, “Башавтотранс” транспортында ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Аэропортта дүрт рейс тотҡарланған, шул иҫәптән вахтасылыр менән бер самолет осмаған. Был шулай уҡ һауа торошона бәйле.