Март нисек килер? Фараздар төрлөсә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан гидрометеорология үҙәге начальнигы Вилора Горохольская мартҡа күҙаллауҙарҙы һөйләне.
Шулай был аҙна аҙағына тиклем йылы буласаҡ. Ә ялдарға бер ни тиклем һыуытасаҡ. Төндә -5, -10, көндөҙ 0, -5 градус һалҡын булыуы көтөлә. Тик һыуыҡтар оҙаҡҡа бармаясаҡ, бер нисә көндән йәнә йылытасаҡ. Дөйөм алғанда, март ғәҙәттәгенән 1-2 градусҡа йылыраҡ көтөлә.
Вилора Горохольская белдереүенсә, үткән ҡыш республикала аномаль йылы булды. 1937 йылдан алып барылған күҙәтеүгә ярашлы, быйылғыһы 7,2 градусҡа йылыраҡ ине. Шуға күрә йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы ла элекке йылдар менән сағыштырғанда 10-дан 35 сантиметрға тиклем йоҡараҡ. Тупраҡ туңыу тәрәнлеге лә башҡа йылдарҙан сағыштырмаса түбәнерәк.
Быйыл, күҙаллауҙар буйынса, йылғалар ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә иртәрәк асыласаҡ. Яҙғы ташҡын күләме норманан 30-ҙан 160 сантиметрға тиклем көтөлә. Ағиҙел һәм Ҡариҙелдә һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа юғарыраҡ булыр тип күҙаллана. Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалаларының түбәндә урынлашҡан ер участкаларын һыу баҫыуы ихтимал.
Республика, күҙаллауҙарға ҡарамай, ташҡынға ныҡлы әҙерләнә.
– Был бит стихия. Күҙаллауҙар төрлөсә булһа ла, уға ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика бюджетынан ташҡынға ҡаршы саралар өсөн 6,63 миллион һум аҡса бүленгән. Был турала тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров белдерҙе. Аҡсаның иң күп өлөшө Ағиҙелдә ҡар япмаһын гамма-төшөрөү өсөн самолетты ҡуртымға алыуға һәм осоп йөрөү маршрутын төҙөүгә тотонолған.
Гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатациялау буйынса идаралыҡ хужаһыҙ гидротехник ҡоролманы әҙерләү өсөн 500 мең һум аҡса бүлгән. Министрлыҡтың ташҡынға ҡаршы сараларҙы ойоштороу өсөн 350 мең һум аҡсаһы бар. Шулай уҡ башҡа яуаплы ведомстволар ҙа ташҡынға әҙер.