8 Март байрамында социаль селтәрҙәрҙә Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһенең Күксәтау районында булған ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр һәм видеояҙма таралды. Ҙур тиҙлектәге локомотив тимер юл буйлап китеп барған йылҡы өйөрөн тапата, һөҙөмтәлә 37 малҡай шул урында йән бирә.
Тимер юл ситендә тәгәрәшеп ятҡан аттарға, ҡып-ҡыҙыл ҡанға батҡан поезға тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Машинист юлдағы өйөрҙө күреп, тормозға баҫып ҡарай, әммә хәл ҡотолғоһоҙ була.
Йорт хайуандарына бәйле юл-транспорт ваҡиғалары беҙҙең республикала ла йыш теркәлә. Был йәһәттән иң проблемалы участкаларҙың береһе булып Әбйәлил районы юлдары һанала. “Элек, совет осоронда, район буйынса йылҡының дөйөм һаны өс мең самаһы тәшкил итһә, бөгөн 12 меңдән күберәк”, - ти белгестәр. Барлыҡ йылҡы малының ете мең самаһы шәхси хужалыҡтарға тура килә. Былтыр район биләмәһендә йорт хайуандары ҡатнашлығында 70-кә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа тиҫтәләрсә кешенең сәләмәтлегенә зыян килгән, автомобиль хужаларының матди зыяны йөҙәр мең һум менән иҫәпләнә.
Башҡортостан йылҡы һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Был, әлбиттә, бер яҡтан, шатлыҡлы күренеш, сөнки халҡыбыҙ боронғо кәсебен тергеҙә. Әммә һәр кем үҙе көткән малын тейешенсә бағырға, ҡарауһыҙ сығарып ебәрмәҫкә тейеш. Был йәһәттән яңы ҡабул ителгән закондар, малдарға чип ҡуйыу, уларҙың һанын ныҡлы контролгә алыу һөҙөмтә бирер, тип ышанайыҡ.