Белорет районынан бер егет интернет аша 750 ҡап ҡағыҙға заказ бирә. Посылка килеп төшкәс, асып ебәрһә, унда пенопласт менән ҡом тултырылған булып сыға.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә, был егет интернетта канцелярия тауарҙары менән сауҙа итеүсе фирманың иғланын күреп ҡала һәм 750 ҡап офис ҡағыҙына заказ бирә. Хаҡын да шунда уҡ күсерә.
Аҙағы билдәле инде. Егет, енәйәтселәрҙең ҡапҡанына эләккәнен аңлағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәт эше асыла, әле тикшереү бара.
Беҙҙең халыҡ бигерәк бер ҡатлы. Интернет аша заказ биргәндә лә танылған, һыналған сауҙа селтәрҙәренә генә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай осраҡта ла билдәле сауҙа компанияһының үҙенең рәсми сайтымы, әллә бер көнлөк ялған сайт түгелме икәнлеген тикшерегеҙ. Ғөмүмән, абай булығыҙ, дуҫтар!