Бөгөн иртән баш ҡаланың Комсомольская урамында ҡот осҡос юл фажиғәһе теркәлгән. Унда юлды тейешле булмаған урындан үтеп барған 25 йәшлек ҡыҙҙы “Лада-Ларгус” автомобиле төрттөргән. Ваҡиғаның шаһиттары әйтеүенсә, ҡыҙҙың бармаҡтары өҙөлгән.
ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, водитель Комсомольскаянан Бессонов урамы йүнәлешендә хәрәкәт иткән. Ул төрттөргән ҡыҙҙы “уң ҡул суғы ампутацияһы” диагнозы менән дауаханаға оҙатҡандар.
Әлеге ваҡытты Комсомольская урамында юл эштәре бара, унда хәрәкәт сикләнгән, шуға йыш ҡына тығындар ҙа хасил була.
Был аяныслы ваҡиға тағы берҙе иҫкәртә: хөрмәтле йәйәүлеләр, юлды светофорлы, рөхсәт ителгән урындан ғына сығығыҙ, ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!