Хәүефһеҙлек
14 Марта 2020, 19:54

Яңылыш йығылған, тигәйнеләр

Юғарынан осоп төшөп һәләк булған ир, баҡтиһәң...

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Имай Насыри урамы буйлап үтеп барыусылар күп ҡатлы йорт эргәһендә хәрәкәтһеҙ ятҡан ир кешене күреп ҡалып, Ашығыс ярҙам саҡырта.

Әммә һуң була: ҡотҡарыусылар бер нисек тә ярҙам итә алмай. 25 йәшлек егет юғары ҡаттан ҡолап төшөп, йән биргән була.


Тәүтикшереүҙәр, ир кеше ремонт эштәрен башҡарған саҡта яңылыш йығылып төшкән, тип фараз итә ине. Һуңынан уның эскелек менән мауыҡҡаны билдәле булды. Асыҡланыуынса, ир бер нисә көн туҡтамай эскән, ниндәйҙер мәлдә тәҙрәне ишек менән бутап, юғарынан ҡолап төшкән.


Фажиғә сәбәптәрен тикшереү дауам итә.


Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙә был йортта бер нисә йыл элек ошондай уҡ фажиғә теркәлгәнген хәбәр итәләр: ҡатын кеше тәҙрә йыуған саҡта яңылыш йығылып төшөп үлгән.


Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас