Хәүефһеҙлек
17 Марта 2020, 18:25

Киске хәбәр менән танышығыҙ!

"46 кеше, шул иҫәптән алты бала табиптар контролендә".

Бөгөн, 17 мартта, киске сәғәт һигеҙҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса сираттағы брифинг үтте.
Уның эшендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлек начальнигы Олег Мәүлетов, Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алексей Гусев һәм башҡалар ҡатнашты.
"Әле киске сәғәт алтыға тиклемге осорға бер генә лә яңы вирус инфекцияһы ла теркәлмәне, - тип белдерҙе Максим Забелин. - 46 кеше, шул иҫәптән алты бала табиптар контролендә, хәлдәре тотороҡло, дауалау Рәсәй белгестәре тәҡдимдәренә ярашлы алып барыла".
Киҫкен респиратор вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған был балалар ата-әсәләре менән хәүефле төбәктәрҙә ял иткәнгә күрә табиптарҙың контроленә алынған, ауыр осраҡтар юҡ, тигән аңлатма ла бирелде. Халыҡтан килгән һорауҙарға ла белгестәр тулы яуап бирергә тырышты.
“Сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ-түлектең кәмеү сәбәбе - таратыу селтәренең ваҡытында кәштәләрҙе тулыландырып өлгөрмәүендә, республикала аҙыҡ етерлек күләмдә, - тип тынысландырҙы ҡулланыусыларҙы Алексей Гусев. - Хаҡтарға килгәндә, улар артырға тейеш түгел, борсолоу урынһыҙ”. Белгестәр макарон, дөгө, ҡарабойҙай һәм башҡа аҙыҡ-түлекте күпләп алыу менән мауыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Республикала тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу линия эшләй, телефоны: 8-347-279-91-20. Федераль кимәлдәге ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-2000-112.
Фото: 47-region.ru
Читайте нас