Кисә “Шереметьево” аэропортының электрон почтаһына Мәскәүҙән илдең төрлө төбәктәренә йүнәлгән биш самолетҡа шартлатҡыстар һалыныуы тураһында хәбәр килә.
Самолеттар тикшерелә, ҡурҡыныс предметтар табылмай. Һауа суднолары, маршруттарын үҙгәртмәй, аэропорттарға имен барып етә.
Өфө аэропортының матбуғат секретары Татьяна Ризван хәбәр итеүенсә, Мәскәү - Өфө борты ла ваҡытында ергә ултыра. Тикшереүҙәр ҡурҡыныс хәбәрҙең ялған булыуын асыҡлай.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүенсә, март айында ошондай 14 ялған хәбәр килгән. Билдәһеҙ кешеләр аэропорттарға, магазиндарға, самолеттарға мина һалыныуы тураһында ялған хәбәр ебәреп, биткоиндар (виртуаль валюта) талап итә икән.