Хәүефһеҙлек
20 Марта 2020, 18:30

Икенсе ҡаттан йығылып төшкән

Ҡыйыҡҡа илткән люк асыҡ була...

Туймазы районы прокуратураһы 5-се торлаҡ-эксплуатация идаралығында торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә ҡағылышлы закондарҙың үтәлешен тикшерҙе. Быға ике ҡатлы торлаҡ йортта теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ сәбәпсе була.
Үҫмер малай йорт ҡыйығына менеп, тайып китеп, йығылып төшә һәм ныҡ ҡына йәрәхәтләнә. Һуңынан ҡыйыҡҡа илткән люктың асыҡ булыуын һәм унда бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ күтәрелергә мөмкин икәнлеген әйтә.
Тикшереү органдары вәкилдәре фекеренсә, коммуналь хеҙмәттәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында бәлиғ булмаған үҫмер зыян күргән. Идарасы компанияға рәсми күрһәтмә бирелгән. Әлеге ваҡытта компания тарафынан етешһеҙлектәр бөтөрөлә, ғәйепле кешеләр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Фото: yandex.ru
Читайте нас