Хәүефһеҙлек
21 Март 2020, 16:20

Бәләбәйҙә - янғын

Йөҙ кеше эвакуацияланған, шул иҫәптән биш бала. Ут эҙемтәһендә...

Бәләбәйҙә күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Йөҙ кешене эвакуациялағандар, шул иҫәптән биш баланы.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут Восточная урамында сыҡҡан. Янғын һүндереүселәргә автоматик система аша сигнал килгән. Ҡотҡарыусылар хәүефле йорттан кешеләрҙе тиҙ арала сығарып, утты һүндергән.
Ваҡиға урынынан 30 йәшлек ирҙе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар. Янғын сәбәбе асыҡлана.
Фото Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Читайте нас