Хәүефһеҙлек
21 Марта 2020, 08:30

Битлек тә, аҡса ла юҡ

23 йәшлек ир популяр сайттарҙың береһендә медицина битлектәре һатылыу тураһында иғлан күреп ҡалған һәм һатыусы менән бәйләнешкә ингән...

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡат-ҡат иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр табылып тора.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрығынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 йәшлек ир популяр сайттарҙың береһендә медицина битлектәре һатылыу тураһында иғлан күреп ҡалған һәм һатыусы менән бәйләнешкә ингән. Уныһы тауар өсөн алдан түләргә кәрәк тигән. Битлек эҙләүсе, оҙаҡ уйлап тормайынса, әйтелгән иҫәпкә 6 мең һум аҡса күсергән. Ошонан һуң алдаҡсы "сауҙагәр" бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған. Иргә иһә полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа юл ҡалмаған.
Әлеге ваҡытта тикшереү бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ә һеҙҙе тағы берҙе иҫкәртәбеҙ: абай булығыҙ, Интернет аша һатылған тауар өсөн алдан аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ, тәүҙә һатыусының ышаныслы икәнлегендә инанығыҙ!
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас