Бәләбәй ҡалаһында күп фатирлы йортта янғын сығып, йөҙ кешене эвакуациялауҙары тураһында яҙғайныҡ.
Кисә Бәләбәй районында йәнә ут сыҡҡан. Был юлы Приютов ҡасабаһында.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын күп фатирлы йортта ҡабынып, 12 квадрат метр майҙан яна. Асыҡ ут 22.58 сәғәттә һүндерелә.
Ут сыҡҡан фатирҙан зыян күргән 69 йәшлек ҡатынды алып сығалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр йәрәхәттәрҙән ул дауаханала йән бирә. Янғын сәбәбе асыҡлана.
Фото Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.