"Һеҙгә 150 мең һум күсте". Бәйләнеш сараларында бындай мәғлүмәт күптән йөрөй, йәнәһе лә, илдәге һәр гражданға тейешле икән ошондай күләмдәге аҡса.
Бушлай сырҙың тик сысҡанға килешеүе тураһында күптән беләбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошондай хәбәргә ышанып, алдаҡсыларҙың тоҙағына ҡабыусылар етерлек әле.
Белорет районында йәшәгән 21 йәшлек ҡыҙ ҙа ошо түләү тураһындағы интернеттағы хәбәргә иғтибар итә. Дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен дә тикшермәй, ул күрһәтелгән һылтанма буйынса һоралған мәғлүмәтте индерә, шулай уҡ уға аҡса күсәсәк банк картаһыныҡын да. Әммә хәл тап киреһенсә килеп сыға: уның иҫәбендәге 7 мең һум ҡайҙалыр "оса".
Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн шикле сайттарға инмәгеҙ, бер үк картағыҙҙың реквизиттарын яҙмағыҙ, һаҡ булығыҙ тип йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ.