Хәүефһеҙлек
24 Марта 2020, 19:05

Әсәһе бер нисек тә ярҙам итә алмай

Балаларыбыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ!

Өфөлә ғәҙәттән тыш ваҡиға теркәлә: уйнап йөрөгән дүрт йәшлек малай үлсәгескә бармаҡтарын тыға ла сығара алмай. Әсәһе улына бер нисек тә ярҙам итә алмағас, граждандарҙы һаҡлау идаралығына мөрәжәғәт итә.
Ҡотҡарыусылар электр граверы менән үлсәгестең металл корпусын һаҡ ҡына итеп бысып, малайҙы бәләнән аралай. Был "ювелир" эш байтаҡ ваҡыт һәм теүәллек талап итә. Табип баланың бармаҡтарын ҡарап эшкәртә. Малайға медицина ярҙамы талап ителмәй.
Ярай әле был ваҡиға имен тамамлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйын ваҡытында балаларҙың имгәнеү, йәрәхәт алыу осраҡтары йыш теркәлә, хатта фажиғә менән тамамланғандар ҙа бар. Балаларыбыҙға иғтибарлыраҡ булайыҡ, уларҙың хәүефһеҙлеге - беҙҙең ҡулда, намыҫта.
Фото Өфө ҡалаһының граждандарҙы һаҡлау идаралығынан.
Читайте нас