Хәүефһеҙлек
27 Марта 2020, 07:15

Йәш ғүмерҙәр йәл...

Ҡайһы бер һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәгәндә, кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр булғанда, бәлки...

Үткән бер тәүлек эсендә республикала дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йәйәүле һәләк булды.
Өфө районында Өфө – Мәскәү трассаһында “Nissan AD” автомобиленә идара иткән ҡырҡ йәшлек водитель утыҙ йәшлек йәйәүлене бәрҙерә. Ир шунда уҡ һәләк була, водителде дауаханаға оҙаталар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, йәйәүленең кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдә булмаған.
Икенсе юл фажиғәһе Иглин районында теркәлгән. ”Вольво” йөк машинаһына идара иткән 57 йәшлек Силәбе водителе юл ситенән барған йәйәүлене абайламай ҡалып тапата. 32 йәшлек ир "Ашығыс ярҙам" килеп еткәнсе һәләк була, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Бик ҡыҙғаныс хәлдәр. Ҡайһы бер һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәгәндә, кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр булғанда, бәлки, был фажиғәләргә тарылмаҫ та ине. Водителдәр йыш ҡына, яҡын килеп етмәйенсә, йәйәүлене абайламай. Һәр яҡтан да иғтибарлыҡ, яуаплылыҡ, уяулыҡ талап итә оло юл.
Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас