Ҡазан - Ырымбур трассаһында "Тойота Камри" һәм "Богдан 211140" автомобилдәре бик көслө бәрелешә. Һөҙөмтәлә икеһенең дә водителдәре фажиғә урынында уҡ йән бирә.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың береһе - яҡташыбыҙ, Тәтешле районында тыуып үҫкән, Әлмәт татар дәүләт драма театры актеры Илшат Агиев. Артистың ҡатыны ла янында була, әле ул дауаханала.
Илшат Агиев Ҡазан театр училищеһын, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтын тамамлаған. Туғыҙ йыл Әлмәт татар дәүләт драма театрында эшләгән.
Яҡташыбыҙҙың ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.