Хәүефһеҙлек
28 Марта 2020, 17:30

Бер юлы дүрт кеше тәгәрмәс аҫтында ҡала...

Һәләк булғандар араларында яңыраҡ ҡына никах уҡытҡан йәш пар ҙа бар...

Республикабыҙҙа "Лада Гранта" автомобиле бер юлы дүрт кешене бәрҙергән. Аварияла яңыраҡ ҡына никах уҡытҡан йәштәр һәләк булған.

Фажиғә бөгөн, 28 март төнөндә Ҡариҙел районының Яугилде ауылынан алыҫ түгел юлда теркәлгән. Кешеләрҙе тапатҡан машина менән ошо ауыл кешеһе - 40 йәшлек ир идара иткән.

"21 йәшлек ҡыҙ фажиғә урынында уҡ һәләк булған. Ә уның егете (23 йәш) аҙаҡ дауаханала йән биргән. Шулай уҡ аварияла 29 йәшлек ир менән 19 йәшлек ҡыҙ зыян күргән", тип белдерә Башҡортостандың ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.

Аварияла һәләк булған йәштәрҙең бер аҙна элек кенә никахтары булған, тип яҙыла яңылыҡтарҙа. Алдан фаразлауҙар буйынса, дүрт кеше күрше ауылдан автомобилдә ҡайтып килгән ваҡытта ниндәйҙер сәбәп буйынса низағ башлана, һөҙөмтәлә водитель уларҙы машинаһынан төшөрөп ҡалдыра. Улар юлда тороп ҡалғас, аңғармаҫтан ҙур тиҙлектә үтеп барған икенсе бер ватан автомобиле тәгәрмәсе аҫтында ҡалалар. Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас