Кисә Өфө-Ырымбур трассаһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Авария Ауырғазы районы биләмәһендә була.
Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат ҡалаһынан 24 йәшлек ир идара иткән “Daewoo Nexia” автомашинаһы “Man” ҙур йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, еңел автомашина водителе һәм уның ике пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре ала. “Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана,” - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Тәүлек дауамында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте боҙоуҙың 2000-дән ашыу осрағы асыҡланған, биш юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, спиртлы эсемлек эскән килеш рүлгә ултырған 54 водитель туҡтатылған, аварияла ете кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!