Хәүефһеҙлек
29 Марта 2020, 19:40

Әбйәлил ағинәйҙәре ярҙамға ашыға

Улар оло йәштәгеләргә битлектәр тегеп, һәр береһенә таратып сыҡты.

Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәре һәр саҡ тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй.
Әлеге хәлде лә улар ситтән тыныс ҡына күҙәтә алманы: биләмәлә йәшәгән оло йәштәгеләр өсөн үҙҙәре битлектәр тегеп, уларҙы таратып сыҡты.
Арабыҙҙа изге йөрәкле, киң күңелле кешеләрҙең күплеге шатландыра. Улар һәр ауыр мәлдә ҡулдарынан килгәнсе ярҙам күрһәтергә тырыша. Әлмөхәмәт ауылы биләмәһе ағинәйҙәренең “Туҡта, коронавирус!” акцияһы - быға аныҡ дәлил. Кешегә изгелек эшлә лә һыуға һал: халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тиҙәр. Уртаҡ бәлә-ҡаза беҙҙе берләштерә, бер-беребеҙгә ихтирамлы булырға саҡыра.
Фото: Светлана Истамғолова сәхифәһенән.
Читайте нас