

Мәғлүм булыуынса, әле республикала 45 предприятие битлектәр тегеү менән мәшғүл. “Ағиҙел” предприятиеһы 50 меңдән ашыу һаҡланыу битлеген етештергән. Шул уҡ ваҡытта марляға ҡытлыҡ та бар, сѳнки әле Иваново ҡалаһынан алып киләләр, ә унда – сират.
– Башҡортостанда кизе-мамыҡ, бәз битлектәр тегәләр, медицина ѳсѳн түгел, әммә улар техник шарттар буйынса дарыуханаларҙа һатыла ала. Марляны Ивановола һәм Мәскәү янында етештерәләр, әле уларҙың заказы күп. Шуға ла беҙ Үзбәкстан менән һѳйләшеү алып барабыҙ, алдағы кѳндә финанслау мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ, ул саҡта дүрт миллион битлек тегеүгә етерлек марля туҡымаһын килтерә аласаҡбыҙ, – тине Александр Шельдяев.