Нефтекама ҡалаһының Комсомол проспектында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендә янғын сығып, бер кешенең ғүмере өҙөлә.
Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бер бүлмәле фатирҙағы йорт йыһаздары тулыһынса янып бөтә, яраҡһыҙға әйләнә.
"Утты һүндергәс, 1956 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Хәүефле урындан ун кешене лә эвакуациялайҙар, улар араһында ике бала ла була. Бәхеткә күрә, эвакуацияланғандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына зыян янамай", - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Янғын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн һигеҙ янғын һүндереүсе, өс берәмек техника йәлеп ителгән. Әле ут сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана, тәү сиратта тәмәке тартыуҙан күрәләр.
Ведомство иҫкәртә: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, тыйылған урындарҙа тәмәке тартмаҫҡа, ут менән һаҡ булырға кәрәк. Әгәр ҙә янғын осрағы теркәлһә, тиҙ арала «01», «101», «112» телефондары буйынса шылтыратығыҙ.