Хәүефһеҙлек
2 Апреля 2020, 15:45

Силәбеләр сикте япты

Барлыҡ водителдәр һәм пассажирҙар йәшәгән (килгән) урындарына кире ҡайтарыла.

Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендәге юл ябылды, ЮХХДИ инспекторҙары посы ҡуйылды.
Силәбе өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәре бөтә траспорт сараларын тикшерә, юл бер һыҙатҡа ҡалдырылған.
"Бөтә водителдәр һәм пассажирҙар йәшәгән (килгән) урындарына кире ҡайтарыла. Силәбе өлкәһе аша транзит менән үткән транспорт саралары, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары ташыған йөк автомобилдәре генә үткәрелә", – тип аңлатма бирҙеләр ведомствонан.
Матбуғат хеҙмәте ике төбәк сигендә репродукторҙар аша сикләүҙәр индерелгәне һәм тулы карантин режимы тураһында иҫкәртте.
Фото Силәбе өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас