Бөгөн Өфө ҡалаһында бик аяныслы юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән: өс кеше автомобилдә Шөгөр йылғаһына тәгәрәп төшкән.
Бәхеткә күрә, ваҡытында ҡотҡарыусыларҙы саҡырып өлгөргәндәр. Һалҡын йылғаға тәгәрәп төшкән автомобилдәге ике ҡатынды һәм бер ирҙе ҡотҡарыусылар сығарған. Рулдә ир кеше булғаны мәғлүм.
64-әр йәшлек ир һәм ҡатын, 43 йәшлек тағы бер ханым ҙур зыян күрмәгән. Боҙло һыу аҫтына киткән автомобилде иһә ҡотҡарыусылар һәм махсус техника ярҙамында ярға сығарғандар.
Саҡ ҙур фажиғә менән тамамланмаған хәлдең айышын ЮХХДИ инспекторҙары асыҡлай.