Хәүефһеҙлек
5 Апреля 2020, 10:25

Ҡунаҡтан сығып - тәгәрмәс аҫтына...

Шыр иҫерек водитель ҙур тиҙлек менән килеп бәрҙерә лә ҡаса.

Халыҡ хәүефһеҙлеген хәстәрләп, әле тулы үҙаллы изоляция тәртибе иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәрҙең был ҡарарҙы үтәмәүе күҙәтелә. Шулай булмаһа, кисә төндә Саҡмағоштағы ауылда бер ғаилә ҡунаҡтан ҡайтырға сыҡҡас, уларҙы оҙатыусыһы менән бергә машина бәрҙереп киткәнен нисек аңларға һуң?
ВАЗ-2115 автомашинаһына идара иткән водитель 33 йәшлек ирҙе, уның 30 йәшлек ҡатынын һәм оҙата сыҡҡан йорт хужабикәһен ҙур тиҙлек менән килеп бәрҙерә лә ҡаса. Асыҡланыуынса, ошо ауылда йәшәгән кеше булып сыға. 35 йәшлек ирҙең эсеүе сәбәпле водитель таныҡлығын алдырғанлығы ла билдәләнә. Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене табып, өйөнә барғанда, ул шыр иҫерек була. Ҡунаҡта булған ир менән ҡатын - дауаханала.
Үҙебеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаһаҡ ине.
Фото: "Горобзор".
Читайте нас