Башҡортостанда әлегә йылғаларҙың ярҙан сығыу осраҡтары теркәлмәгән. Ташҡын мәсьәләһе ныҡлы контролдә тотола. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов хәбәр итте.
“Ташҡын башланған мәлдән алып Өфөнөң Максимовка биҫтәһендәге ике кеше йәшәгән йорт ихатаһы, мәктәп биләмәһе һәм юл участкаһы, Иглин ауылындағы юлдың уйпат урыны идаралыҡ тарафынан күҙәтеүгә алынды. Йылдам сара күрелә, йыйылған һыуҙы һурҙырабыҙ, торлаҡ йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары юҡ”, – тине ул.
Күптән түгел Инйәр йылғаһында боҙ тығылыу арҡаһында Белорет районының Бриштамаҡ ауылын һыу баҫыу хәүефе теркәлгәйне. “Хәл тиҙ арала яйға һалынды. Белорет районы хакимиәтенең, район звеноһының мәсьәләне ваҡытында хәл итеүен билдәләргә кәрәк”, – тине Марат Латипов.
Әле республикалағы ҡайһы бер йылғаларҙа боҙ китә, байтағы асылған да инде. Тағы ла ун көндән ташҡындың юғары кимәлгә етеүе көтөлә. Яҡын арала Урал йылғаһы бассейнының һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымының боҙҙан әрселеүе, һыу кимәленең күтәрелеүе дауам итәсәк.