Бөгөн Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһын эшкәртеүгә яптылар. Был турала медицина ойошмаһының баш табибы Ирина Карамова хәбәр итте.
“Хәйерле көн! Хөрмәтле пациенттар! Бөгөн Өфө ҡалаһындағы Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһын йыуыуға яптылар. Сәбәбе – бер кешенең COVID-19 менән сирләү ихтималлығы. Күрһәтмәләргә ярашлы, был пациентты йоғошло ауырыуҙар стационарына күсерҙеләр. Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһындағы башҡа пациенттарҙы Өфөләге бүтән медицина ойошмаларына ебәрәбеҙ.
Эшкәртеү тамамланғас, дауахана стационар тәртиптә эшен дауам итәсәк. Паникаға бирелмәүҙе, шикле сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәренә ышанмауҙы һорайбыҙ”, – тип яҙҙы баш табип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.